Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин юл төҙөлөшө буйынса кәңәшмәлә Владимир Путинға ошо турала белдерҙе. М-12 “Көнсығыш” автомобиль юлының Дүртөйлө - Әчит участкаһы өс ай элек асылды. “Был юл Башҡортостан иҡтисадына ҡеүәт өҫтәй”. Иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов шулай тип иҫәпләй. Дүртөйлө-Ачит трассаһынан Өфөнән Екатеринбургка өс сәғәттә барып етергә була. “Был участка М-5 һәм М-7 юлдарындағы көсөргәнешлекте кәметте. Ул ҙур ҡалаларҙы бер-береһе менән тоташтыра”, - ти ғалим.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМ-12 трассаһы сафҡа индерелгәндән һуң Мәскәү һәм Екатеринбург араһындағы маршрут 200 километрға ҡыҫҡарҙы. Хәҙер Уралдан илдең баш ҡалаһына автомобилдә 16 сәғәттә барып етергә була. Киләһе йылда М-12 “Восток” трассаһын Төмәнгә тиклем оҙайтыу ҡарала.