Өфө үҙәгендә йәштәр өсөн креатив кластер барлыҡҡа киләсәк. Радий Хәбиров Башҡортостан ҡалаларында йәштәргә үҙ проекттары өҫтөндә эшләү өсөн тейешле мөхит кәрәклеген белдерҙе. Гастрономия, музыка, мода һәм креатив индустрияларҙың башҡа тармаҡтарын берләштереүсе биләмәләр Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында ла ойошторола. Был турала төбәк етәксеһе республиканың һөнәри колледж студенттары менән осрашыуҙа белдерҙе.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, креатив индустриялар заман иҡтисадының драйверы. Ил башлығы был перспективалы йүнәлеште ил иҡтисадында 6 процентҡа тиклем еткереү бурысы ҡуйҙы. Был йәһәттән Башҡортостанда махсус ҡануниәт ҡабул ителде, тармаҡты үҫтереү буйынса Совет һәм дирекция барлыҡҡа килде. Төбәк башлығы үҙе лә аҙна һайын «Креатив индустриялар сәғәте» тип исемләнгән тематик ултырыш уҙғара.
Башҡортостанда 71 колледжда креатив индустриялар йүнәлешендә белем бирелә. Унда 20 меңдән ашыу студент уҡый. Быйыл бюджет урындары ла ике йөҙҙән ашыуға арттырылды. Иң мөһиме уйлап сығарылған креатив продукцияны коммерциялаштырыу, тине Радий Хәбиров. Властар һәләтле йәштәргә тап ошо йүнәлештә ярҙам итергә тейеш тә инде. Әле республикала башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 25 миллион старт аҡсалары бүленә.