Башҡортостанда йәшәүселәр иҡтисад буйынса диктант яҙҙы

Быйылғы акция «Көслө иҡтисад-сәскә атҡан Рәсәй» девизы менән үтте. Майҙансыҡтарҙың береһе Өфө фән һәм технологиялар университетында ойошторолдо.

Иҡтсади яҡтан үҙ белемен һынарға юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары менән бер рәттән бизнес-берләшмә һәм төбәктең төрлө ведомство вәкилдәре килде. Диктантты ойоштороусылар билдәләүенсә, иҡтисади белемгә ынтылыш төрлө быуындарҙы һәм профессиональ төркөмдәрҙе берләштерә. Хөкүмәттә һәм бизнеста көн һайын төп иҡтисади ҡарарҙар ҡабул итеүселәрҙең әүҙем ҡатнашыуы айырыуса ҡыуандыра. Дөйөм алғанда, был көндө донъяның 13 иленән 428 меңдән ашыу кеше үҙенең иҡтисади грамоталылығын тикшерҙе.