Башҡортостанда баҡса маршруттары ябыла

20 октябрҙән "Башавтотранс" автобустары баҡсаларға йөрөмәй башлай. Компаниянан хәбәр итеүҙәренсә, баҡсасыларҙың күбеһе - пенсионерҙар. Уларға юл өсөн ташлама ҡаралған. Был маршруттар яҙын баҡса эштәре башланғас асыла, көҙөн  уңыш йыйғандан һуң ябыла.