«Сәләмәт республика» акцияһы — төпкөлдәргә сифатлы медицина ярҙамы

Төпкөлдә йәшәүселәргә - сифатлы медицина ярҙамы. Башҡортостанда етенсе йыл «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» проекты тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә күсмә медина бригадалары ике мең ярымдан ашыу ауылда булып, халыҡты ҡабул иткән. Урындарҙа ауырыуҙарҙы диагностикалауҙан тыш, кеше ғүмерҙәрен дә ҡотҡарырға тура килгән - быйыл ғына ике кеше ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатылған, бер пациент билдәләре беленмәгән миокард инфарктынан ҡотҡарылған. Акцияның республика өсөн әһәмиәте тураһында киләһе репортаж.

Саҡмағошта үҙҙәрен милли кейемдәрҙә, һый-хөрмәт менән ҡаршы алыуҙан табиптар баҙап ҡалды. Аҡ халатлылар бындай иғтибарҙы көтмәгән дә. Ә бына урындағы халыҡ баш ҡаланан медицина десанты килеүен күптәнән көткән. Ни тиһәң дә, һирәк һөнәр белгестәре көн дә килмәй. Йомаштар бер көн эсендә сәләмәтлеген тикшертеп тә, ауырыуҙарҙы дауалау өсөн юллама, күрһәтмәләр алып та өлгөрҙө

Башҡортостанда «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» профилактик акцияһы 2019 йылдың апрелендә старт алғайны. Ошо ваҡыт эсендә табиптар 800 мең кешене ҡабул иткән, ике мең ярымдан ашыу тораҡ пунктта булған, уларҙың 70 проценты - район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдар. Бригадалар республика, үҙәк район дауаханалары һәм муниципаль-ара медицина үҙәктәре белгестәренән тупланған. Төбәк башлығы Радий Хәбиров проектта ҡатнашыусылар менән осрашып, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын нығытыуға ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.

Яман шеш, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, шәкәр диабеты - профилактик эш һөҙөмтәһендә ғүмер өсөн хәүефле сирҙәр ваҡытында асыҡлана. Быйыл ғына 27 мең ауырыу асыҡланған, уларҙың 4 меңе социаль әһәмиәтле.

Быйыл 21 апрелдән 16 сентябргә тиклем «Сәләмәтлек поездары 356 ауылда туҡталған. Маршрут ябайҙан түгел, оҙайлы сәфәргә сыҡҡан медицина десантына үтә алмаҫлыҡ урындарҙы ла йырып сығырға тура килә. Белорет районын ғына алайыҡ, төпкөл ауылдарға барып етер өсөн ваҡытты алдан иҫәпләргә кәрәк. .

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең тырыш хеҙмәте лә иғтибарһыҙ ҡалмай. Осрашыу барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оҙаҡ йылдар республика халҡы сәләмәтлеге һағында эшләгән бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләне.

Мобиль комплекстар ярҙамында табиптар диагностика һәм диспансер тикшереү уҙғарып, республика халҡында һаулыҡҡа ҡарата яуаплы мөнәсәбәт мәҙәниәтен дә формалаштыра. Акция артабан да дауам итәсәк, был йүнәлештә эште тағы ла көсәйтеү бурысы ҡуйылды.

Радий Хәбиров райондарға эш сәфәрҙәре барышында ла халыҡ менән осрашҡанда күп тапҡырҙар »сәләмәтлек поездары" эшенә бәйле рәхмәт һүҙҙәре ишетеүен билдәләне. Ысынлап та, табиптар яҡшы һәм кәрәкле эш башҡара.

Гөлназ Хәйбуллина