Өй икмәге һымаҡ. Ҡырмыҫҡалы икмәге тураһында һәр кемдән быны ишетергә тура килә. Күптәр яратып ашаған тәмле икмәк Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә һәм Прибельский ауылындағы цехтарҙа бешерелә. Бөтә донъя икмәк көнөндә иң оло ризыҡты бешереү сере менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡыҙыҡһынды.
Иң тәүҙә ҡомалаҡтан сүпрә әсетелә. Икмәктең тәме тап ошо сүпрә менән ҡабартылыуында. Икмәк өсөн яҡшы сифатлы он яҡшылап иләнә. Ҡамыр ҡалҡҡас уны хеҙмәткәрҙәр табаға әүәләп һала. Йылдар буйы эшләп ҡулдары өйрәнеп бөткән.
"Миланде" тип исемләнгән был икмәкте комбинат 7 йыл элек бешерә башлаған. Рецебы - әсәй- өләсәйҙәрҙән. Сәғәт ярым тирәһе табала ҡабартылғандан һуң, кирбес мейестә бешерелә. Хуш еҫле икмәктең йөҙө 45 минутта ҡыҙарып сыға.
Предприятиела 130-ҙан ашыу хеҙмәткәр. Комбинатта иң оҫта икмәк бешереүселәр йыйылған. Етәксе Әлфирә Богданова, цех мөдире Наталья Бухмистова, Технолог Лада Ванчева был хеҙмәттә ҡырҡ йыл. Улар эшкә килеүсе йәштәргә үҙ тәжрибәһен өйрәтә. Комбинаттың маҡсаты - килем артынан ҡыуыу түгел. Тәмле лә, организмға файҙалы ла икмәк етештереү. Был маҡсатҡа улар күптән ирешкән.
Комбинат тәүлегенә 10 тоннанан ашыу икмәк-булка һәм кондитер изделиелары бешерә. Бөгөн ассортиментта 150-нән ашыу төр продукция. Ул Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Шишмә, Ғафури райондары магазиндарына оҙатыла. Киптерелгән шөкәрәләрҙән Махсус хәрби операция биләмәһенә лә өлөш сыға.
Былтыр икмәккә "Хәләл" сертификаты алынған. Тимәк, уға яһалма ҡатнашмалар, тәмләткестәр ҡушылмай. Икмәктең сифаты етди контроль аҫтында.
Предприятие күптән инде «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе. Былтыр 2918 мең тонна икмәк- булка бешерелгән. Был күрҙәткес йылдан йыл- арта килә, сөнки өй икмәге һымаҡ тәмле, файҙалы икмәкте һатып алыусылар ҙа артҡандан-арта.
Рәмилә Исмәғилева