Күнекмә сценарийы буйынса юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 2 машина зыян күрә: береһе яна, икенсеһе һыуға төшә. Тәҙрә аша сығып осҡан водителде ағым алып китә, ә пассажир салон эсендә ҡыҫылып ҡала. Шуға ла оператив хеҙмәттәргә тиҙ арала зыян күреүселәрҙе табыу, беренсе ярҙам күрһәтеү һәм янғынды һүндереү бурысы ҡуйылды. Ҡотҡарыу хеҙмәттәре өсөн бындай күнекмәләр йыл һайын үткәрелә. Унда тиҫтәләп белгес һәм техника берәмеге йәлеп ителә. Һәр тапҡыр яңы сценарий уйлап сығарыла һәм уларҙа оператив хеҙмәттәр берлектәге эш итеү алымдарын камиллаштыра.