Алдағы көндәрҙә синоптиктар һауа температураһының түбәнәйеүен фаразлай. Ә республиканың ҡайһы бер райондарында бөгөн төндә үк термометр бағанаһы нулдән түбән төшәсәк. Автомобиль хужалары йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштыра башланы. Тәгәрмәс ҡорау үҙәктәрендә клиенттар ағымы артыуы күҙәтелә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Был өс көн элек Өфө-Белорет трассаһындағы күренештәр. Ҡапыл һыуытып, буранлап ҡар яуыуы юлда оҙайлы тығындар барлыҡҡа килтерә, авария осраҡтары теркәлә, хатта хәрәкәтте туҡтатырға тура килә. Өҫтәүенә, водителдәр йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырып өлгөрмәгән була.
Тәгәрмәс ҡорау оҫтаханаларында әлегә сират юҡ. Әммә бөтәһен дә алдан хәстәрләргә ғәҙәтләнгән водителдәр йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына хәҙерҙән үк алмаштырырға тырыша. Әлегә сервис хужалары көнөнә 10–15 автоһәүәҫкәрҙең килеүен дәлилләй. Ял көндәрендә улар бермә-бер артасаҡ тип көтөлә. Тәгәрмәстәрҙе ваҡытында алмаштырыу автомобилдә тыныс һәм юл-транспорт ваҡиғаларына тарымай йөрөү өсөн мөһим. Артист Әнүәр Нурғәлиев тә уларҙы алдан алмаштырыу яҡлы. Йырсы гастролдәргә күп йөрөй, тимәк, юлы һәр саҡ уң булырға тейеш.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта күпселек магазин кәштәләрендә йәйге тәгәрмәстәр, шиндар һәм дисктар һатылмай. Әммә ҡайһы бер сауҙа нөктәләрендә клиенттарға тулы комплект йыйып бирелә. Автоһәүәҫкәрҙәр ҙә тәгәрмәстәрҙең төрлө төрөн һайлай.
Пассажир ташыусылар ҙа әлеге ваҡытта транспортты ҡышҡылыҡҡа әҙерләү менән мәшғүл. «Башавтотранс» цехында иҫке резинаны яңыһына алмаштыралар. Тиҫтәләгән тәгәрмәстәр әҙер, уларҙың һәр береһенә мотлаҡ рәүештә компания логотибы тамғаһы һуғыла. Шулай итеп иҫәп башҡарыла — 1 ноябргә бөтә автобустарҙың да тәгәрмәстәре «яңыртыласаҡ» тип күҙаллана.
Дәүләт автоинспекторҙары йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырыуҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәңәш итә. Көн һыуытыу менән автомобиль хужалары тимер аттарын ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү тураһында алдан хәстәрлек күрергә бурыслы. Был ябай кәңәш кенә түгел, ә миҙгелдәр алмашынғанда хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ өсөн мөһим.
Автомобилде ҡышҡа әҙерләү — ул үҙең һәм яҡындарың хаҡында хәстәрлек. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлау маҡсатында, ҡыш миҙгелендәге сәфәрҙәргә автомобилегеҙҙе алдан әҙерләгеҙ. Эксперттар билдәләүенсә, тәгәрмәстәрҙе уртаса тәүлек температураһы +7–8 градус булған мәлдә үк алыштырырға мөмкин. Түбән температураларҙа йәйге тәгәрмәстәр һығылмалылығын юғалта. Ә юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған осраҡта ремонт һәр хәлдә тәгәрмәстәрҙе алмаштырыуҙан күпкә ҡиммәтерәккә төшәсәк.
Гүзәл Борханова