Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы йәнә сәхнәлә

Башҡорт театрында йәнә ай тотолдо. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 106-сы ижад миҙгелен Мостай Кәримдең трагедияһы менән асты. Классик әҫәрҙе был юлы сәхнәгә режиссёр, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов сығарҙы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

«Ай тотолған төндә» спектакленең премьераһы — легендар пьесаның сәхнәгә ҡайтыуы ғына түгел, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәренә булған һөйөү, намыҫ һәм азатлыҡ хаҡында һүҙе булып та тора.

Ырыу һәм ғаилә башлығы, ире иҫән саҡта байбисә, ырыу ҡанундарын тотоусы, абруйлы, ҡаты ҡуллы бейбисә. Ул әсә кеше лә, йола ҡоло ла. Еңел булмаған образ — Тәңкәбикәне йәнә Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Буранбаева уйнаны. Ул ошо уҡ ролде бынан 14 йыл элек тә башҡарғайны.

«Ай тотолған төндә» трагедияһы башҡорт театрында тәүге тапҡыр үткән быуаттың 60-сы йылдарында сәхнәләштерелә. Ул саҡта уйнаған актёрҙарҙың ролен бөгөн балалары башҡарыуы тамашасы өсөн яңылыҡ булды.

Ҡуйыусы режиссёр классик әҫәрҙе икенсегә сәхнәләштерҙе. Был юлы ул боронғо грек трагедияларында йыш файҙаланылған хорға мөрәжәғәт иткән. Ижади эште тормошҡа ашырыуҙа Ҡаҙағстандан махсус саҡырылған хормейстр Анель Сиргебаева ярҙамлашҡан. Тамашасы иғтибарын шулай уҡ йәш актёрҙар ҙа йәлеп итте.

«Ай тотолған төндә» трагедияһы башҡорт риүәйәттәренә нигеҙләнгән, классик трагедия ҡанундарына ҡоролған ижад өлгөһө булараҡ ҡабул ителә. Пьеса халыҡсанлығы һәм тәрән фәлсәфәгә нигеҙләнеүе менән үҙенсәлекле. 1963 йылда яҙылған әҫәр илдең 100-гә яҡын театрында сәхнәләштерелгән. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында бөгөн Мостай Кәримдең трагедияһын бишенсе быуын актёрҙары уйнаны.

Азат Ғәлиуллин