Хәйбулла районында Ғәйнетдин Моталовтың исеме мәңгеләштерелде

Хәйбулла районында күренекле башҡорт режиссеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәйнетдин Моталовтың исеме мәңгеләштерелде.

Шәхестең барельефы буласаҡ дирижёр белем алған Бүребай мәктәбе бинаһына ҡуйылды. Был белем усағында 8 класты тамамлағас, Ғәйнетдин Моталов Свердловск музыкаль училищеһына уҡырға инергә йыйына. Ғәйнетдин Моталов оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссёры була. Уның ижади репертуарын 80-гә яҡын опера һәм балет спектакле тәшкил итә.

Таҡтаташ асылған көндө Бүребай мәктәбендә Моталовтың тормошона һәм ижадына арналған китаптың исем туйы ла үтте. Уның авторы — Ғәйнетдин Моталовтың улы Айрат Моталов атаһы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Хәйбулла тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы сарала ҡатнашыусыларға Ғәйнетдин Моталовҡа арналған фотодокументаль күргәҙмә тәҡдим итте.

Ғәйнетдин Моталовтың исемен Аҡъяр ауылы һәм Өфө урамдарының береһе, шулай уҡ тыуған ауылы Йәнтештәге ауыл мәҙәниәт йорто ла йөрөтә.