Ауыл хужалыҡтарына 400-гә яҡын ҡыҫҡа ваҡытлы ташламалы кредит бирелгән

Уларҙың дөйөм суммаһы 16 миллиард һумдан ашыу. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, агросәнәғәт комплексында кредиттарҙың әһәмиәте ҙур. Был аҡса башлыса баҫыу эштәрен атҡарып сығыу өсөн тотонола. Льготалы кредит бер йылға тиклем түбән процент менән бирелә. Дәүләттән компенсация итеп бүленгән субсидия тура  банктарға  йүнәлтелә.