Быйыл Башҡортостанда 161 кеше утта һәләк булған

Мейес һәм электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау арҡаһында 61 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан ошо турала белдерәләр. Республикала 6 меңдән ашыу янғын теркәлгән. Ҡотҡарыусылар көҙгө һәм ҡышҡы айҙарҙа халыҡты үтә лә иғтибарлы булырға саҡыра. “Мейес һәм каминдарҙы ваҡытында төҙөкләндерергә кәрәк. Быны белгестәр башҡарырға тейеш. Ут яҡҡанда махсус шыйыҡсалар ҡулланыу хәүефле”, - тип иҫкәртә ведомство хеҙмәткәрҙәре.