Рәсәй хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин ошо турала белдерҙе. Федераль аҡса 396 кешене яңы фатирҙарға урынлаштырыу өсөн тотонола. Ил төбәктәренә бөтәһе 8 миллиард 300 миллион һум бүленгән. Рәсәйҙә "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса 2030 йылға тиклем 345 мең кешенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсаты ҡуйыла.