Быйыл төбәктә етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә 2 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән

Быйыл Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә 2 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән. Фатирҙар йәки уларҙы һатып алыу өсөн сертификаттар менән йыл аҙағына тиклем 750 кеше тәьмин ителәсәк.

Өфөлә йәшәүсе Руслан Миғәзов 18 йәшендә үк дәүләттән фатир алыуға сиратҡа тора. Балалар йортонан һуң әрмелә хеҙмәт итә, унан һуң контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана. Алыштарҙың береһендә уң яҡ ҡулы яраланып, госпиталгә эләгә. Әле 24 йәшлек Руслан инвалидлыҡ юллай. Тыуған яғына ҡайтҡас та, фатир алыуға сираты яҡынлашыуы тураһында хәбәр итәләр. Торлаҡ баш ҡаланың Кузнецов Затоны биҫтәһендә урынлашҡан. Ошоға тиклем Русланға ҡатыны һәм биш айлыҡ сабыйҙары менән ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәргә тура килгән.

Был фатирҙа Яңы йылды ҡаршы алырбыҙ тип уйлайым. Уға тиклем үҙебеҙгә оҡшаған ремонт яһарға планлаштырабыҙ. Әле мебель һайлайбыҙ, ҡатыным менән ҡайҙа нимә ҡуйырға тип баш ватабыҙ.

Руслан Миғәзов

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүмдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса вәкәләт 2013 йылдан урындағы муниципалитеттарға йөкмәтелгән. Өфөлә ошо ваҡыт эсендә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 2 миллиард ярым һум аҡса бүленгән, мең ярымдан ашыу етем бала фатир менән тәьмин телгән. Быйыл дәүләттән - 434 миллион һум аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта 129 кеше өй туйлаған, йыл аҙағына тиклем тағы 45 кешегә фатир асҡысы тапшырыласаҡ.

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға фатир махсуслашҡан найм килешеүе нигеҙендә биш йылға бирелә. Әммә яңы үҙгәрештәргә ярашлы, билдәле бер шарттарға тап килгән осраҡта өс йыл үткәндән һуң да фатирҙы хосусилаштырырға мөмкин. Был турала ҡарарҙы махсус комиссия ҡабул итә.

Зилә Мөхәмәтова, Өфө ҡала хакимиәтенең торлаҡ бүлеү һәм торлаҡ программалары буйынса идаралығы етәксеһе