Башҡортостан илдең социаль-демографик үҫеш «локомотивтары» категорияһына инде. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университет белгестәре бер нисә төп күрһәткес буйынса 85 субъектты анализлап, илдең социаль картаһын тәҡдим итте. Ул торлаҡ менән тәьминәтте, мәшғүллек кимәлен, эш хаҡы һәм башҡа демографик параметрҙарҙы үҙ эсенә ала. Бөтә төбәктәр ҙә авторҙар тарафынан алты төркөмгә бүленә. Башҡортостан юғары социаль-демографик үҫеш кимәле булған төбәктәр категорияһына инде. Уларға юғары эш хаҡы, халыҡ килеме һәм мәшғүллек кимәле хас. Ошо уҡ төркөмгә Краснодар крайы, Татарстан һәм Свердловск өлкәһе эләккән.