«Сәләмәтлек поездары» пациенттарҙы тулы тормошҡа ҡайтара. Быйыл ул етенсе тапҡыр уҙҙы һәм республиканың бөтә райондарын да солғап алды. Күсмә медицина бригадалары ике мең ярымдан ашыу ауылда булып, халыҡты ҡабул иткән.
Пациенттарҙа 30 меңгә яҡын сир асыҡланған. Кемдер урында дауалана, ҡайһы берәүҙәр Өфөгә тикшереүгә ебәрелә. Шуларҙың береһе Учалы районынан Рәмилә Ғәйнуллина. Үҙен насар тойған ханым «Сәләмәтлек поезы»на мөрәжәғәт итә. Ваҡытында тикшереү һөҙөмтәһендә пациентҡа йөрәктең ҡан тамырҙары зарарланыуы диагнозы ҡуйыла.
Күсмә медицина бригадаһында эшләгән тәжрибәле кардиолог Роза Садиҡова пациентты ҡарап Республика кардиология үҙәгенә йүнәлтмә яҙа. Рәмилә Ғәйнуллина Өфөгә килтерелә. Табиптар республика халҡын үҙ һаулыҡтарына битараф булмаҫҡа, тикшерелеп торорға кәңәш итә.