Уларҙың күбеһе Благовещен, Хәйбулла һәм Туймазы райондарына тура килә. Шул уҡ ваҡытта Өфө, Ағиҙел ҡалалары, Илеш һәм Кушнаренко райондарында ла берәр участка табылған. Был турала Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Клец белдерҙе.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ултырышында ер участкалары хужаларына ҡарата үҙ көсөнә ингән яңы талаптар тураһында һүҙ барҙы. Федераль ҡануниәткә ярашлы, хәҙер милекселәргә үҙ ерҙәрен тәртипкә килтереү өсөн өс йыл бирелә. Ошо ваҡыт эсендә биләмә сүп-сарҙан, ҡороған үҫемлектәрҙән таҙартылырға, тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылырға тейеш. Юғиһә, милексе был ер участкаһынан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал. Үҙгәрештәрҙең төп бурысы милекселәрҙе язалау түгел, ә ер ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм төбәктә йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн йүнәлтелгән.