Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы заводта ғәҙәттән тыш хәл кисә кис теркәлде. Көслө шартлау һөҙөмтәһендә бер нисә хеҙмәткәр емереклектәр аҫтында ҡалды. Ҡыҙғанысҡа өс кеше һәләк булған, тағы бишеһе дауаханала. Предприятиела әле лә ҡотҡарыусылар һәм башҡа яуаплы хеҙмәттәр эшләй.
Радий Хәбиров шартлау булған «Авангард» предприятиеһын барып күрҙе. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы заводта ғәҙәттән тыш хәл кисә кис теркәлде. Көслө шартлау һөҙөмтәһендә бер нисә хеҙмәткәр емереклектәр аҫтында ҡалды. Ҡыҙғанысҡа өс кеше һәләк булған, тағы бишеһе дауаханала. Предприятиела әле лә ҡотҡарыусылар һәм башҡа яуаплы хеҙмәттәр эшләй.
Шартлау шул тиклем көслө була, хатта уны күрше райондарҙа йәшәүселәр ҙә ишетә. Фараздар буйынса, ғәҙәттән тыш хәлгә цех хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлек талаптарын иңҡар итеүе сәбәпсе булыуы ихтимал. Был ваҡытта һауала пилотһыҙ осоу аппараттары теркәлмәгән. Ҡотҡарыусылар кисекмәҫтән емереклектәрҙе аҡтарыуға тотона.
Зыян күреүселәр Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһына урынлаштырыла. Урындағы табиптарға ярҙамға баш ҡала белгестәре лә килә. Республика башлығы ҡушыуы буйынса, ғәҙәттән тыш хәл урынына хөкүмәт Премьер-министры юллана һәм оператив штаб ултырышы ойошторолдо. Командировкала булған Радий Хәбировҡа оператив мәғлүмәт еткерелә барҙы.
Эш сәфәрен өҙөп «Авангард» ҡа Радий Хәбиров та килде. Ашығыс хеҙмәттәр төбәк етәксеһен һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Ҡыҙғанысҡа шартлау өс кешенең ғүмерен өҙгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң социаль селтәрҙәрҙә ялған хәбәрҙәр ҙә тарала башланы. Фейк таратыусылар Авангард проедприятиеһын нефть эшкәртеү заводтары менән бутарға маташты, хатта Стәрлетамаҡта халыҡты эвакуациялайҙар тип тә яҙып сыҡты.
Ҡалала һауаның саманан тыш бысраныуы тураһындағы хәбәрҙәр ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй. Бының ялған мәғлүмәт икәнлеген Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы лабораторияһы белгестәре лә иҫбатланы.
Әле ғәҙәттән тыш хәл урынында тәфтишселәр һәм криминалистар эшләй. Ҡаотҡарыусылар шартлау эҙемтәләрен бөтөрөү эштәрен дауам итә. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.