Салауатта яуҙаштар бер йылдан һуң осрашты

«Вирус» уның ғүмерен ҡотҡарған. Салауат ҡалаһында «Мосолман» ҡушаматлы яугир үҙен ҡотҡарған фельдшер «Вирус» ҡушаматлы Азамат Муллашев менән осрашты. Эвакуация ваҡытында уларға дрондар һөжүм итә. Фельдшер үҙ кәүҙәһе менән яралы һалдатты ҡаплай. Унан һуң төрлө госпиталдәргә эләгеп, бәйләнеш өҙөлә. Теүәл бер йылдан һуң яуҙаштар йәнә осрашты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Көтөп алынған осрашыу минуттары. «Вирус» һәм «Мосолман» ҡушаматлы яугирҙар теүәл бер йыл күрешмәгән. Икеһе лә «Башҡортостан» полкы ойошторолғандан алып, бер батальонда хеҙмәт итә. «Мосолман» Асҡын районынан Салауат ҡалаһына махсус рәүештә «Вирус» менән осрашырға тип килеп еткән. Уны күреп, рәхмәт әйтеү - изге бурысым ти «Мосолман».

Үҙебеҙҙекеләрҙе ҡотҡарыу өсөн һаҡ ҡына йөрөргә кәрәк, күктә дошман дрондары дежур итә ине, тип хәтерләй фельдшер булып хеҙмәт иткән «Вирус». Яраланған яуҙаштарына тиклем тиҙ арала йүгереп етәләр, әммә эвакуация ваҡытында дошман артиллерия һәм танктары ут аса. БПЛА операторҙары аңлы рәүештә яралылырҙы сәптәй ҡабул итеп, дрондар ташлай.

Дрон һөжүменән «Вирус» аяғын юғалта. Башта госпиталдә бергә яталар, ә һуңынан яугирҙар төрлө дауалау учреждениеларына оҙатыла. Ошо ваҡыт эсендә бер - береһен онотмайҙар: береһе иҫән ҡалғаны өсөн иптәшенә рәхмәт әйтергә теләй, ә икенсеһе, ысын табип булараҡ, ҡотҡарылғандың хәле өсөн борсола. Әгәр «Вирус» булмаһа, минең менән нимә булырын фаразлауы ла ауыр, ти «Мосолман».

Улым һәр саҡ яуҙашын иҫкә ала торғайны, һағынды, осрашыуҙы көтөп алды, ти «Вирус» тың әсәһе Флүзә ханым.

Еңеү паркында хәрбиҙәр Ватанды һаҡлағанда һәләк булған яугирҙары хөрмәтләп иҫкә алды. Осрашыуға «Башҡоростан» мотоуҡсылар полкының элекке командир урынбаҫары ла килде. Рөстәм Шаһабутдинов та «Вирус» тың ҡаһарманлығын билдәләп үтте.

Хәрби әҙерлек үткәндән алып бергә булдыҡ, хатта беҙҙең карауаттар ҙа йәнәш ине, тип иҫкә ала «Вирус» тураһында Радик Динәхмәтов. Ул ваҡытта миңә 58 йәш булһа, Азаматҡа 33 ине, йәғни минең ҡыҙымдан бер йәшкә генә өлкән. Шуға күрә мин уға улым кеүек ҡарайым, ти «Әсән».

Тыныс, йомарт һәм кешелекле. Яуҙаштары тап шулай тип «Вирус»ты иҫтә ҡалдырған. Ҡаты алыштарҙа ла фельдшер булараҡ блиндажда ҡалмай, штурмдарҙа ла бергә йөрөнө, тип хәтерләй Азамат Муллашев тураһынлда «Солтан» ҡушаматлы яугир.

«Вирус»тың күкрәген бик күп наградалар биҙәй. Киләсәктә яугир махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә һәм реабилитация үҙәгендә эшләргә, тыныс тормошта ла үҙ бурысын үтәүен дауам итергә ниәтләй.

Әлфинә Килдейәрова