Үҙ эшеңде үҫтереү буйынса иң яҡшы бизнес-проектҡа - 150 мең һум. Башҡортостанда «Көмөш старт» федераль мәғариф программа йомғаҡтары билдәләнде. Уның сиктәрендә 60 йәштән өлкәнерәк граждандар эшҡыуарлыҡ буйынса проекттарын яҡланы, уҡыуҙар үтте. Өфөнән инженер-автомеханик Фәрүәз Мөниров та еңеүселәр исемлегендә. Замандашыбыҙ менән беҙҙең ижади төкрөм осрашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Өфөнән Фәрүәз Мөниров ярты быуатҡа яҡын машиналар ремонты менән шөғөлләнә. Яғыулыҡты экономиялау маҡсатында ул махсус ҡулайлама ла уйлап сығарған. Ни бары бер деталь бензин сығымын 30 процентҡа тиклем кәметергә булышлыҡ итә.
Фәрүәз Мөнировтың хыялы ла бар. Ниваға ҡеүәтлерәк двигатель ҡуйып, тағы ла камиллаштырыу. Был проект менән ул «Көмөш старт» федераль мәғариф программаһында ла уңышлы сығыш яһап, еңеүселәр исемлегенә инде. Сара барышында 60 йәштән өлкәнерәк граждандар эшҡыуарлыҡ буйынса үҙ башланғыстарын яҡланы. Һөт, бал продукцияларын етештереү йүнәлешен һайлаусылар, туристик хеҙмәттәр, юридик ярҙам, китап нәшриәте менән ҡыҙыҡһыныусылар бар.
«Көмөш старт» программаһында ҡатнашырға йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителгән, һайлап алыу этаптарын 35 кеше уңышлы үткән. Ун көнгә иҫәпләнгән проект сиктәрендә ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡ, һанлы грамоталыҡ, финанс хәүефһеҙлек буйынса уҡыуҙар үтте. Әйткәндәй, Башҡортостан федераль мәғариф программа тормошҡа ашырылған егерме төбәк исемлегендә.
Программа өлкән быуын вәкилдәрен эшҡыуарлыҡ һәм ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға финанс ярҙам да күрһәтелә. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сара барышында ҡатнашыусылар берләшеп, бизнес-проекттарын тағы ла камиллаштыра.
Гөлназ Хәйбуллина