Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Дүртөйлө районы хакимиәте, урындағы башҡорттар ҡоролтайы вәкилдәре менән берлектә ойошторҙо.
Сарала Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары - Баҡалы, Бүздәк, Бөрө, Дүртөйлө, Мишкә, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары, Октябрьский ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты. Квиз уйындарынан тыш эксперттар алдында туғыҙ команда биш йүнәлеш буйынса презентацияларын яҡланы. Улар мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары менән эшләү, йәштәрҙе ҡоролтай эшенә йәлеп итеү, ҡоролтай проекттарын киң мәғлүмәт сараларында пропагандалау, махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү һәм башҡа социаль темаларға арналды.
“Ҡоролтай-3.0” стратегик сессияһында ошо төрлө йүнәлештәр буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр ойошторолдо. Бындай саралар райондар араһында бәйләнеште нығытыу, тәжрибә алмашыу, үҫеш стратегияларын формалаштырыу өсөн мөһим.