Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы шартлауҙа һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы «Авангард» заводында һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә һәм зыян күреүселәргә тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, шартлауҙан зыян күргән биш хеҙмәткәр Өфө дауаханаларына урынлаштырылған. Уларҙың ғүмерҙәренә хәүеф янамай. Оператив кәңәшмәлә күтәрелгән көнүҙәк темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина материалы.

Уҙған йома кис Стәрлетамаҡтағы «Авангард» заводы цехтарының береһендә шартлау булды. Емереклектәр араһынан кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу буйынса оператив саралар күрелде. Ҡыҙғанысҡа, ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә өс ҡатындың ғүмере өҙөлдө. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты, был мәсьәлә менән ҡала етәкселеге шөғөлләнә.

Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен криминалистар асыҡлаясаҡ. Тәфтиш комитеты тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү барышы прокуратура контролендә. Радий Хәбиров шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ҡала һәм ашығыс ярҙам хеҙмәттәренең эшен дә билдәләп үтте.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өҫтөнлөклө бурыс һанала. Был эшкә башҡарма власть органдары, муниципалитеттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ирекмәндәр йәлеп ителгән. Тыныс тормошҡа ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ реабилитация үтә, яңы һөнәр үҙләштереп, хеҙмәт урыны менән тәьмин ителә, үҙ эшен асыусылар ҙа бар. Шулай уҡ улар социаль проекттар, төрлө мәҙәни-спорт сараларына йәлеп ителә.

Республикала махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ла булдырылған. Төбәк башлығы Радий Хәбиров берләшмә эшен һәр муниципалитетта әүҙемләштереү бурысын ҡуйҙы.

Төпкөлдә йәшәүселәргә-сифатлы медицина ярҙамы. Оператив кәңәшмәлә «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһына йомғаҡ яһалды. 21 апрелдән 16 сентябргә тиклем «Сәләмәтлек поездары» 356 ауылда туҡталған, 40 меңдән ашыу кеше медицина тикшереүе үткән. Проект артабан да дауам итәсәк, профилактика эшен тағы ла көсәйтеү бурысы ҡуйылды.

«Сәләмәтлек поездары»ның һөҙөмтәле эшендә муниципалитеттар ҙа әүҙем ҡатнаша. Мобиль комплекстар электр энергияһы менән тәьмин ителә, халыҡҡа медицина бригадалары эше тураһында алдан мәғлүмәт еткерелә, күрше ауылдарҙа йәшәүселәргә транспорт бүленә.

Бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хәүеф факторҙарын асыҡлау, ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Былай йәһәттән республикала профилактик эш яҡшы ҡоролған. Төбәктә йәшәүселәр консультациялар буйынса сәләмәтлек үҙәктәренә, медицина профилактикаһы бүлексәләренә яҙыла ала. Диспансер тикшереүен ваҡытында үтеү ҙә сирҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итә.

Гөлназ Хәйбуллина