Республика муниципалитеттары 2024 йыл өсөн «Иң яҡшы муниципаль практика» Бөтә Рәсәй конкурсында уңышлы сығыш яһап, дөйөм алғанда 55 миллион һумлыҡ федераль ярҙам алыуға өлгәште.
Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында билдәләне. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин етәкселегендәге федераль конкурс комиссияһы илдең 29 төбәгенән 50 иң яҡшы башланғысты һайлап алған. Башҡортостан бер юлы өс еңеү яуланы.