Унда беренсе кластан алтынсыға тиклем башҡорт балалары шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың мәғариф министрлығы, республика мәғарифты үҫтереү институты белгестәре ҡатнашлығында төбәктең туған тел уҡытыусылары өсөн семинар һәм уҡыусыларға асыҡ дәрес үткәрелде. Ырымбурҙан коллегабыҙ Гөлнур Ишбулатова яҙмаһы.
Пролетар урта мәктәбенең башҡорт теле кабинеты. Бөгөн бында асыҡ дәрескә етди әҙерлек бара. Был иһә уны үткәреүселәр һәм ойоштороусылар өсөн дә бик яуаплы ваҡиға.
Русса һөйләшкән башҡорт балалары өсөн асыҡ дәресте Өфөнөң 117- се мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Заһирова үткәрҙе. Педагогтың күрһәтмә дәресен өлкәнең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла ҡараны.
Пролетар урта мәктәбендә 5 ауылдан 91 бала белем ала. Уларҙың яртыһынан күбеһе башҡорт милләтенән. Әле балалар тел өйрәнеүҙе ябай ғына һүҙҙәрҙән башлаған.
Туған тел 2008 йылдарға тиклем даими уҡытылған, тик аҙ һанлы мәктәптәр ябылғас, дәрестәр ҙә бөтөрөлгән. Әле башҡорт телен өйрәнеү тәҡдимен ата-әсәләр үҙҙәре индергән.
Ырымбур өлкәһендә быйылдан 9 мәктәптә башҡорт теле уҡытыла. Фән булараҡ ике сәғәт, ә факультативҡа бер сәғәт бирелгән. Һан яғынан был бик аҙ.
Башҡортостан ситтә туған телде уҡытам тигән мәктәптәргә, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Тик өйҙә милли мөхит булдырыу, аралашыу уның иң һөҙөмтәлеһе.
Г. Ишбулатова