Өфөлә балалар һәм йәштәр өсөн «Ҡолонсаҡ» беренсе Халыҡ-ара спектаклдәр фестивале тамамланды

Сарала Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән 11 профессиональ коллектив ҡатнашты. Спектаклдәр Өфөнөң төп театр майҙансыҡтарында күрһәтелде. Фестиваль барышында Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы менән берлектә семинар-лабораториялар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Фестивалдең төп призы Гран-приға, Ҡаҙағстандан Аҡмулла өлкә рус драма театрының «Лютый» спектакле лайыҡ булды. Режиссер Тимур Ҡоловтың Мөхтәр Әүезов әҫәре буйынса ҡуйылған ошо уҡ постановкаһы «Спектаклгә иң яҡшы музыка» өсөн билдәләнде. Ә Елена Василевская «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» наградаһы менән бүләкләнде.