Бөгөн Өфөлә атайҙарҙы ҙурланылар

Баш ҡалала “Атайлыҡ даны” йәмәғәт наградаһын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ойошторған конкурста лайыҡлы бала тәрбиәләгән, хеҙмәтендә уңышҡа ирешкән өлгөлө ир-егеттәр ҡатнашты. Быйылғы еңеүселәр араһында яугирҙарҙың аталары, ирекмәндәр, педагогтар, ишле ғаилә башлыҡтары бар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Атайлыҡ даны” наградаһына лайыҡ булыусылар араһында Өфөнән Артур Хисмәтуллин бар. Ул 2023 йылдан махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 5 бала атаһы. Награда яугирҙың тормош иптәше Розалия Әмин ҡыҙына тапшырылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Ир-егеттәр бүләгенең абруйы йылдан-йыл арта. Ҡатнашыусылар һаны күбәйә”, - ти республика Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт