Башҡортостанда Һалым һалыуҙа автоматлаштырылған ябайлаштырылған система индерелеүе ихтимал

Дөйөм федераль экспериментҡа ярашлы, һалым органы һалым суммаһын үҙе иҫәпләй, йәғни отчет эше кәмей, страховка иғәнәләрен түләргә кәрәкмәйәсәк. Автоматлаштырылған системаны штатта биш кешегә тиклем хеҙмәткәре булған ойошмалар менән шәхси эшҡыуарҙар ҡуллана аласаҡ, йыллыҡ килем 60 млн һумдан артмаҫҡа тейеш.

Яңы үҙгәрешкә бәйле закон проекты бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың президиум ултырышында ҡаралды. Шулай уҡ депутаттар шәхси медицина эшмәкәрлегенә ҡағылышлы яңы ҡануни башланғыс тәҡдим итә. Уға ярашлы, бындай ойошмалар пациенттарға медицина ярҙамы күрһәткәндә һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник тәҡдимдәре нигеҙендә эш итергә бурыслы буласаҡ. Тағы ла бер закон проекты транспорт һалымына бәйле.

Президиум ултырышында бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы ла тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында коллегаларыбыҙ-«Яңылыҡтар» хеҙмәтенең сығарылыш мөхәррире Илдар Байбулатов менән алып барыусы Рита Шәмсетдинова ла бар. Шулай уҡ награданы Шашка федерацияһы рәйесе Айнур Шәйбәков та алды.