Оло Ирәмәл тауы янында юғалған 43 йәшлек Полина Захарова табылған

Ул иҫән. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Силәбе өлкәһенән килгән туристың Белорет районындағы Иһәнәк тауы итәгендә булыуы асыҡлана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Полина Захарова дүрт көн элек Оло Ирәмәлгә күтәрелгәндә юғала. Төркөмдән айырылып киткән ҡатын килешелгән урынға әйләнеп ҡайтмай. Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә 60-тан ашыу кеше, 18 берәмек техника һәм республиканың КА-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты ҡатнашты. Шулай уҡ ппилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыла. Ҡотҡарыусылар ҡатынды Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылына алып килгән, ә һуңынан Йүрүҙән ҡалаһы дауаханаһына оҙатыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ханымдың аяҡ-ҡулдары туңған һәм ныҡ йонсоған.