Өфөлә йөҙгә яҡын егет Рәсәй Ҡораллы көстәренә оҙатылды

Был көҙгө саҡырылыштың тәүге төркөмө. Егеттәр ҡоро ер ғәскәрҙәре һәм һауа-йыһан көстәре частарында хеҙмәт итәсәк. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары, дини конфессия вәкилдәре һәм ҡунаҡтар буласаҡ һалдаттарға уңышлы хеҙмәт, «йәш яугир» курсын үҙләштереп, яңы дуҫтар табырға тигән теләктәрен еткерҙе. Әрме сафында тупланған тәжрибә киләсәк тормошта ла ярҙам итәсәк, тиелде тантаналы оҙатыу сараһында.

Көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан өс мең ярым егет хәрби хеҙмәткә ебәреләсәк. Улар Ҡораллы көстәрҙең барлыҡ төрҙәре һәм ғәскәрҙәре, шулай уҡ федераль башҡарма власть органдарының хәрби частәре буйлап бүленәсәк. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың күбеһе заманса хәрби техниканы үҙләштереү, хәрби-иҫәп һөнәре алыу маҡсатында уҡыуҙар ҙа үтәсәк.