Ҡаһарман яҡташыбыҙ 1942 йылдың авгусында Ҡалмыҡ АССР-да батырҙарса һәләк булған. Хәтер сараһында Ҡалмыҡ Республикаһы делегацияһы ла ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Өфө сәнғәт училищеһы студенты Зәйтүнә Әлбаева үҙ теләге менән фронтҡа китә. Ҡыҙҙың һуңғы хаты 1942 йылдың авгусында килә. 2025 йылдың октябрендә яугир исеме тыуған еренә ҡайтты. Район үҙәге мәктәбендә Башҡортостан эҙәрмәндәре тырышлығы менән Герой партаһы асылды, ә мәҙәниәт йорто сәхнәһендә «Зәйтүнә» спектакленең премьераһы үтте.
Режиссер Рафаэль Ғәйнуллиндың Сәрүәр Сурина пьесаһы буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәре Сталинград алышы яуҙарында батырҙарса һәләк булған Зәйтүнә Әлбаева тураһында. 1942 йылдың 9 авгусында Зәйтүнә Ҡалмыҡ АССР-ның Сарпин районы Песчанка ҡалҡыулығында дежур посҡа баҫҡанда, ауылды немец илбаҫарҙары баҫып инә. Уларҙың юлын элемтәсе Зәйтүнә Әлбаева бүлеп, илбаҫарҙар менән тиңһеҙ алышҡа инә. Элемтәнең икенсе осондағы иптәштәренә: «Ҡыҙҙар. бәхил булығыҙ, мин Тыуған ил өсөн үләм» тигән һүҙҙәре генә барып етә.
Геройҙың тыуған ерендәге премьераға тиклем Салауат драма театры «Зәйтүнә» спектаклен тәүҙә ҡалмыҡ тамашасыларына күрһәткән. Спектаклде сәхнәләштереү ике республиканың хәрби-патриотик берләшмәләренең берлектәге эшмәкәрлеге, шулай уҡ тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр тырышлығы һөҙөмтәһе.
Хәтер мәңгелек. Башҡортостан башлығы Указы менән, Зәйтүнә Әлбаева үлгәндән һуң Генерал Шайморатов орденына лайыҡ булды, Юғары награда геройҙың туғаны Лилиә Сәйәховаға тапшырылды. Ҡалмыҡ Республикаһы башлығы Зәйтүнә Әлбаеваға Ватанды һаҡлауҙағы айырым ҡаҙаныштары өсөн «Ҡалмыҡ Республикаһының почетлы гражданы» типгән маҡтаулы исем биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйған.
Ҡалмыҡ ерендә тыныс киләсәк өсөн үҙ ғүмерен аямаған ҡыйыу башҡорт ҡыҙының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Зәйтүнә Әлбаеваның исеме уның һуңғы алышы булған Садовое ауылы урамы һәм мәктәбенә бирелгән. «Зәйтүнә» спектакле лә-совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығын данлаусы сағыу әҫәрҙәрҙең береһе.
Гөлдәриә Йосопова