Һуңғы алты йылда Башҡортостанда йөҙҙән ашыу яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлгән

Был хаҡта Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең мәғариф министры менән осрашыуҙа һөйләне. Ул Сергей Кравцовҡа төбәктең мәғариф өлкәһенә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Йөҙләгән мәктәп яңыртылған, капиталь ремонт үткәрелгән. Белем усаҡтары һанлы мөхит индереү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ауыл ерендә заманса спорт залдары барлыҡҡа килгән. Радий Хәбиров башҡа проекттар менән таныштырҙы. Атап әйткәндә, быйыл Өфөлә Волга буйы федераль округында иң ҙур мәктәп төҙөлөшө тамамлана. Бынан тыш, республика математика лицей-интернатына нигеҙ һалынды. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Лиза Әғәҙуллина исемендәге Уҡытыусылар гимназияһын төҙөү проектын тәҡдим итте. Осрашыуҙа уҡытыусыларға ярҙам итеү мәсьәләһе лә күтәрелде. Йыл һайын төбәк шифаханаларында мең уҡытыусы һаулыҡтарын нығытасаҡ.

Сергей Кравцов Башҡортостанда мәғариф системаһының үҫешен юғары баһаланы. Республикала мәктәптәр әүҙем төҙөлә, ә властар педагогтарға ярҙам итә, сөнки төбәктә бик күп ярҙам саралары бар, тип билдәләне ул.