Урал Килсенбаев Мәскәүҙә #өйҙә форумы сиктәрендә Башҡортостан студенттары менән осрашты

Илдең баш ҡалаһында-башҡортса мөхит! Башҡортостан хөкүмәте премьер- министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Мәскәүҙә #өйҙә форумы сиктәрендә Башҡортостан студенттары менән осрашты.

Йылы осрашыуҙа йәштәр төрлө өлкәләрҙә эшләп йөрөүсе яҡташтарына һорауҙар бирҙе, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Заманса, алдынғы ҡарашлы башҡорт йәштәре илдең баш ҡалаһында бер- береһе менән аралашып йәшәй. Тыуған ерҙән алыҫта булһа ла, башҡорт телен онотмай, киреһенсә, уны һаҡлау һәм үҫтереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашыра.