Өфөлә алтынсы тапҡыр ойошторолған «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Быйыл йәмәғәт наградаһына 34 кеше лайыҡ булды. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ирекмәндәр, спортсылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, күп балалы атайҙар һәм хеҙмәт династиялары вәкилдәре бар. Әйтәйек, Өфөнән Артур Хисмәтуллин бөгөн «Башҡортостан» 31-се полкында хеҙмәт итә, ҡатыны Розалия менән биш бала үҫтерә. Республиканың Йәмәғәт палатаһынан билдәләүҙәренсә, конкурсҡа 178 кеше үҙ кандидатураһын тәҡдим иткән. Номинанттар өс критерий буйынса баһаланған. Йәш быуынды лайыҡлы тәрбиәләгән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, йолалаларҙы тергеҙгән, шулай уҡ йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар еңеүсе тип танылған. Тантана барышында бөтә финалистарға билдә, диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.