Егор Крид-Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Рәсәй йырсыһы, актер һәм телевидение алып барыусыһына юғары награданы Радий Хәбиров тапшырҙы. Төбәк башлығы сәнғәт эшмәкәренең профессионализмын һәм уның тамашасыларға иғтибарлылығын юғары баһаланы. Ә концерттары һәр ваҡыт күп һанлы фанаттарҙы йыя. Егор Крид билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Өфө ныҡ үҙгәргән. Бынан тыш, йырсы бала саҡтан республикаға килеүе тураһында әйтте, сөнки бында уның туғандары йәшәй. 19 октябрҙә ул «Өфө-Арена»ла ҙур концерт бирҙе.