Башҡортостанда миллиондан ашыу граждан, шул иҫәптән балалары булған 204 меңдән ашыу ғаилә төрлө социаль ярҙам ала. Күп балалы ғаиләләр һаны республикала 59 меңгә еткән. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе, ә Рәсәй буйынса 7-се урында. Беҙҙең ижади төркөм Өфөлә йәшәүсе Сергеевтар ғаиләһе менән осрашып, дәүләт ярҙамы хаҡында белеште.
Ҙур ғаилә-ҡасандыр хыял ғына булһа, хәҙер ул ысынбарлыҡ. Бының өсөн ҡатыныма рәхмәт, ти Гордей Сергеев. Ғаиләлә дүрт бала үҫә, өлкәндәре-Бөрөлә белем алһа, Артем мәктәптә уҡый, Никита менән Александр әле балалар баҡсаһына йөрөй.
Ҙур йорт тураһында хыял әле тормошҡа ашырға тора. Сергеевтар «ғаилә ипотекаһы» программаһы буйынса 160 квадрат метрлыҡ өй һатып алған. Хәҙер һәр кемдең үҙ бүлмәһе буласаҡ. Бынан тыш, Сергеевтарҙың өлкән ҡыҙҙары Арина коммерция нигеҙендә Бөрө медицина-фармацевтика колледжының икенсе курсында уҡый. Финанс йөкләмәне кәметергә дәүләт ярҙам итә. Уҡыу өсөн түләнгән хаҡтың яртыһы, йәғни 30 мең һумға тиклемге сумма компенсациялана.
Билдәле, балалар күп булған һайын сығымдар ҙа арта, шуға күрә ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр, пособие һәм әсәлек капиталынан тыш, балалары булған ғаиләләр башҡа төрлө ярҙам алыуға ла хоҡуҡлы.
Тағы бер мөһим йүнәлештәрҙең береһе-ғаилә контракттарын төҙөү. Ул бизнес асыу, эшкә урынлашыу, йәки ер участкаһын үҫетреүгә аҡсалата ярҙам алыуҙы күҙ уңыда тота. Былтыр республикала 3 мең ярым контракт төҙөлгән, уларҙың яртыһынан күбеһе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, фермер хужалығын асыуға тотонолған. Социаль ярҙам алыу тураһында тулыраҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталы, йәғни 8 800 100 00 01 телефон һандары аша шылтыратып белешергә була.
Әлфинә Килдейәрова