Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары торлаҡтарында уңайлы шарттар тыуҙырыла

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды хеҙмәткәрҙәре эксперттар менән берлектә яугирҙарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса социаль-көнкүреш консультациялары уҙғарҙы. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Был подьездың беренсе ҡатында ғаиләһе менән махсус хәрби операция ветераны Владислав Таймурзин йәшәй.Уның торлағына илткән юлда хатта бордюрҙарҙың бейеклеге лә нормала булырға тейеш.Яугирҙың баҫҡыстан күтәрелгән юлында ла уң яҡтан яндауырҙар ҡуйырға кәрәк буласаҡ.

Штурмовик былтыр октябрҙә Свиридов йүнәлешендә ауыр йәрәхәтләнә.Ҡатмарлы операциялар үткәрә, һуңынан ампутация, реабилитация. Уға Ватанды һаҡлаусылар фонды ярҙамы менән ҡышҡы һәм йәйге аяҡ кейемдәре, протездар тапшырылған. Әммә өйҙә ремонт эшләргә лә, бүлмәләрҙе яраҡлаштырырға ла кәрәк.

Владислав Александровичҡа беҙ «аҡыллы йорт» системаһын ҡуйырға тәҡдим итәбеҙ. Һыу,электр,газ тәьмнәте тулыһынса мобиль ҡушымта ярҙамында эшләйәсәк, бынан тыш иҙәне таймай торған душ кабинаһы,көҙгө һәм бөтә уңайлыҡтары булған эш урыны йыһазландырыласаҡ. Бөтәһе лә бушлай.

Ирек Зарипов, «Ватанды һаҡлаусы» төбәк дәүләт фонды етәксеһе урынбаҫары

Был фатирҙың хужаһы махсус хәрби операция ветераны Азат Ғәйнуллин. Ул Харьков йүнәлешендәге алыштарҙың береһендә бер элы өс дрон һөжүменә эләгә, табип ярҙамына мохтаж. Ғаиләһе менән шифаханаға барырға ниәтләнә, реабилитация үтергә кәрәклеге хаҡында онотмай.Ветерандың иң яҡты хыялы яңы һөнәр үҙләштерергәндән һуң, тиҙерәк эшкә тотоноу.

Беренсе төркөм инвалиды көнкүрештә осраған ауырлыҡтар хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләне Аш бүлмәһенә яңы гарнитур һәм электр плитаһы тураһында хыялы ла тормошҡа ашасаҡ, йәшәү шарттарын да яҡшыртасаҡ, шифаханаға барып һаулығын яҡшыртасаҡ. Иң мөһиме уның һәм ғаиләһенең хәүефһеҙлеге хаҡында тейешле хеҙмәттәр хәстәрлек күрә.

Әлеге ваҡытта республикала инвалидтарҙын торлағын яраҡлаштырыу буйынса 187 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың бөтәһенә лә тиерлек эксперттар килеп йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса консультациялар биргән.Биш тиҫтәгә яҡын ветерандың йорто уңайлы итеп йыһаздандырылған. Ноябрҙә тағы ла 14 хәрби хәрәкәт ветеранының йорттарына ҡорамалдар ҡуйыу күҙаллана

Гүзәл Борханова