Өфөлә «Рәсәй төркиҙәре» Бөтә Рәсәй форумы башланды

Икенсе тапҡыр ойошторолған күләмле сара был юлы Ватанды һаҡлау темаһына арналды. Форумда сит илдәрҙән һәм Рәсәй субъекттарынан ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Төп маҡсат булып төбәктәр араһындағы дуҫлыҡ ептәрен, берҙәмлекте нығытыу тора. Сарала һүҙ йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, ветерандар ойошмаларының эшмәкрлеген киңәйтеү тураһында ла барҙы.

Быуаттар төпкөлөнән алып төрки халыҡтар Ватаныбыҙ һағында торған. Бөгөн дә егеттәребеҙ махсус хәрби операцияла, алғы һыҙыҡта ил именлеге өсөн көрәшә. Форумда ҡатнашыусылар әйтеүенсә, замандаштарыбыҙ ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарман юлын лайыҡлы дауам итә. Һәм беҙ тарихты боҙоп яҙыуға юл ҡуймаҫҡа, йәш быуынды ошо геройҙарыбыҙ өлгөһөндә тәрбиәләргә тейешбеҙ.