«Первушин аэродромы кесе авиация комплексы»нда Өфө һәм Ишембай ҡалаһы кадеттары өсөн практик осоштар үткәрелә. Авиаосоштар «Күк йөҙө батырҙар өсөн!» проекты буйынса президент фонды гранты иҫәбенә башҡарыла. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған проект йәш быуынға ысын мәғәнәһендә «ҡанаттар» ҡуя.
Тәүге тапҡыр осоу алдынан белгәндәрҙе иҫкә төшөрөү ҡамасауламай. Һауаға күтәрелгәс уйларға ваҡыт ҡалмаясаҡ, сөнки самолетҡа идара иткәндә 100 процент теүәллек, ҡыйыулыҡ талап ителә. Әбйәлил районында тыуып үҫкән Денис Шәйәхмәтов бала саҡтан хәрби осоусы булырға хыяллана. Уны тормошҡа ашырыу өсөнИшембай ҡалаһындағы Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусына уҡырға ингән.
Денис һымаҡ йөҙҙәрсә егет күптәнге хыялына тәүге аҙымын яһай- Первушин аэродромындағы уҡыуҙар ваҡытында РА-0062А самолетында күккә күтәрелә. Бейектә һәм иректә ҡош һымаҡ оса алыу тойғоһо ҡурҡыуҙы еңә, ти йәштәр. Бигерәк тә, эргәлә тәжрибәле пилот- инструкторҙар булғанда.
Кадеттар өсөн бындай осоштар грант ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өфө кесе авиация уҡытыу-методик үҙәге 5 миллион һумдан ашыу күләмдә «Күк йөҙө батырҙар өсөн!» президент грантын отҡан. Проект Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә арналған.
Бындай практик осоуҙар уҡыусылар өсөн яңы уҡыу йылы дауамында уҙғарыласаҡ. Бында шулай уҡ осоусылар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, һөнәр үҙенсәлектәрен аңлата.
Рәмилә Исмәғилева