Үзбәкстандың Наманган өлкәһе Өфөлә сауҙа йорто асырға йыйына

Был хаҡта өлкә хокимы Шәүкәт Абдуразаҡов Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа хәбәр итте. Фекер алышыу барышында яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика Үзбәкстан төбәген берлектәге уңышлы проекттар тарихы булған ышаныслы партнер итеп ҡарай. Наманган өлкәһе сәнәғәт, туҡыу һәм аграр өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн киң мөмкинлектәр аса. Башҡортостан Үзбәкстандың Бохара өлкәһе менән дә хеҙмәттәшлекте нығыта. Бәйләнештәрҙе үҫтереү мәсьәләләре Радий Хәбировтың өлкә хокимы Ботир Зарипов менән осрашыуында тикшерелде. «Беҙ үҙ-ара эшмәкәрлек алып барыу өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Бигерәк тә туризм өлкәһендә», тине Башҡортостан башлығы. Ботир Зарипов яңы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне.

Радий Хәбировтың Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев осрашыуында төбәктәр араһында сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт, фәнни-техник һәм гуманитар үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Осрашыуҙа яҡтар Башҡортостан Хөкүмәте менән Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе Хокимиәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәғариф, йәштәр һәм сәнәғәт хеҙмәттәшлеге тураһында ҡул ҡуйылған килешеү менән алмашты. Радий Хәбиров шулай уҡ республиканың Ташкент өлкәһе менән сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеүгә әҙер булыуын белдерҙе.

Радий Хәбиров Ҡарағалпаҡстандың Юғары Советы рәйесе Аманбай Орынбаев менән дә фекер алышты. Осрашыуҙа хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре барланды. Сит ил вәкиле Башҡортостан етәкселегенә үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереүгә конструктив ҡарашы өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров шулай уҡ Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев менән дә осрашты. Унда һүҙ берлектәге юл картаһына индерелгән проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын тураһында барҙы.