Ҡоролтайҙа төҙөлөш өлкәһендә энергияны һаҡсыл ҡулланыу мәсьәләһе тикшерелде

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет ҡарамағындағы төҙөлөш буйынса эксперт советы ултырышы үтте. Эксперттар күп фатирлы йорттарҙа яңынан тергеҙелеүсе энергия сығанаҡтарын ҡулланыуҙы һәм ҡануниәтте камиллаштырыуҙы тикшерҙе. Шулай уҡ төбәктә биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү менән бәйле мәсьәләләр һәм көҙгө сессияға советтың эш планы ҡаралды.

Бөгөнгө ултырышта төҙөүселәр ассоциацияһы менән берлектә энергияны һаҡсыл ҡулланыу мәсьәләләренә туҡталдыҡ. Энергия һаҡлаусы панелдар етештереүсе завод вәкиле презентацияһын тыңланыҡ.

Юлай Ҡыҙрасов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың комитет рәйесе урынбаҫары, эксперт советы рәйесе