Сараны Рәсәй президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында урындағы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы ойошторҙо. Кисәлә йәштәр өсөн концерт номерҙары, шул иҫәптән Мәскәүҙең «Алтын ай» башҡорт бейеүҙәре ансамбле сығыштары тәҡдим ителде.
Тантанталы өлөштән һуң ойоштороусылар студенттар өсөн интерактив квест үткәрҙе һәм ҡаланың иҫтәлекле урындары менән таныштырҙы. Бындай фестиваль студенттарға сит ҡалаға тиҙерәк яраҡлашырға, тыуған ер менән бәйләнештәрҙе нығытырға һәм милли йолаларҙы үҫтерергә булышлыҡ итә.