Башҡорт опера һәм балет театрында «Севильский цирюльник» премьераһы буласаҡ

Башҡорт опера һәм балет театрында 20 йылдан ашыу ваҡыт эсендә тәүге тапҡыр «Севильский цирюльник» спектакле күрһәтеләсәк. Бының өсөн Мәскәүҙән тәжрибәле режиссерҙар саҡырылған. Әле театр рәссамдары һәм тегенселәре костюмдар өҫтөндә эшләй, ә артистар репетицияларҙа әүҙем ҡатнаша.

Сценарий буйынса, ваҡиғалар 18-се быуатта Испанияла бара. Цирюльник Фигаро опекуны доктор Бартолоның ҡаршылыҡтарына ҡарамаҫтан, йәш граф Альмавиваға Розинаның йөрәген яуларға ярҙам итә. Геройҙар һәм сюжет үҙе көтөлмәгән боролоштар менән тулы. Мәскәү эксперттары билдәләүенсә, яңы спектакль хәрәкәт динамикаһы һәм комик хәлдәр менән айырылып торасаҡ. Параллель рәүештә декорациялар өҫтөндә лә эш бара. Эскиздар әҙер һәм күләмле каркастар эшләнгән. «Севильский цирюльник» донъялағы иң күп башҡарылған 10 опера исемлегенә инә. Шуға ла опера тамашасыларға оҡшарға тейеш. Премьера 12 декабрҙә көтөлә.