Ишембай районы Ибрай ауылында яҡташтар, бағыусылар ярҙамы менән мәсет төҙөлә

Берәүҙәр аҡсалата, икенселәр төҙөлөш материалдары, ҡул көсө менән ярҙам итә. Әле иман йорто стенаһы манара күтәрелгән.. Мәсеттең имам-хатибы Рәсим Мәһәҙиев төҙөлөштә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарына рәхмәтле булыуын билдәләне.

Ибрай ауылы район үҙәгенә тиклем яҡынса 50 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Биләмәлә барлығы 63 йорт иҫәпләнә. Күп йорттарға зәңгәр яғыулыҡ ингән. Яңыраҡ ауыл халҡы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашып, зыяраттың ҡоймаһын яңыртҡан.