Республикалар араһында күпер. Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһы менән Татарстан сигендә реконструкциянан һуң Ыҡ йылғаһы аша күпер асылды. Объект планлаштырылған ваҡытынан бер йыл алда сафҡа индерелде. Уны файҙаланыуға тапшырыу тантнаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Татарстан Хөкүмәте Премьер-министры Алексей Песошин ҡатнашты. Транспорт хәрәкәтенә телекүпер режимында Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин старт бирҙе. Республиканың көнбайыш төбәгенә эш сәфәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Бер сигең Яйыҡ ярында, Ыҡ буйында бер сигең тигән һымаҡ, был күпер Башҡортостандың көнбайыш ҡапҡаһы. Ерле халыҡ яңы, заманса күпер асылыуға шат, ул ике төбәк араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте яңы кимәлгә күтәрә.
Ыҡ йылғаһы аша күперҙе дуҫлыҡ күпере тип тә, донъялағы иң оҙон күпер тип тә атайҙар. Эш объекттың оҙонлоғонда түгел, уны аша сығыу менән ваҡыт ике сәғәткә үҙгәрә. Ике республиканы ныҡлы хеҙмәттәшлек тә бәйләй.
Башҡортостан сигендәге Ыҡ йылғаһы аша күперҙе асыуға видеобәйләнеш режимында ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин старт бирҙе. Ул яңы объекттың социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса яңы офоҡтар асыуын билдәләне. Марат Хөснуллин Башҡортостан етәкселегенә әһәмиәтле проектты тиҙ арала, срогынан алда һәм сифатлы итеп тормошҡа ашырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Ысынлап та, төҙөүселәр көндө-төнгә ялғап эшләй. Тап уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте объектты бер йылға алдан файҙаланыуға тапшырырға булышлыҡ итә.
Ыҡ йылғаһы аша иҫке күпер 1948 йылда әсирлеккә төшкән хәрбиҙәр тарафынан һалына. Уның киңлеге ни бары 6 метр тирәһе була, йылдар үтеү менән транспорт ағымы арта, объект заман ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. Ул һуңғы йылдары сикләнгән режимда эшләй, йөк автомобилдәренә үтеү тыйыла. Хәҙер иһә бар төр техника өсөн дә юл асыҡ. Яңы күпер ике тапҡырға киңерәк һәм уның үткәреү һәләте күпкә юғары.
Ике төбәкте бәйләгән тағы ла бер күренеш- студенттар. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһындағы коммуналь төҙөлөш колледжында белем алыусыларҙың 40 проценты күрше республиканан. Урта һөнәри белем биреү учреждениеһына Радий Хәбиров йәштәрҙең саҡырыуы буйынса килгән. Патриот паркында үткән осрашыуҙа коллдеж студенты Республика етәксеһен үҙҙәренә саҡыра һәм спорт майҙансығын ремонтлауҙы һорай. Радий Фәрит улы объектты ҡарап сыҡҡандан һуң реконструкцияға 36 миллион һум бүленәсәген белдерҙе.
Спорт майҙансығын ремонтлау 2027 йылда башлана. Әлбиттә, был һорауҙы күтәргән Илнур Хәсәнов ул ваҡытҡа уҡыуын тамамлай, әммә спорт майҙансығы киләһе быуын студенттарға хеҙмәт итәсәк. Республика башлығы уға нефть һәм газ өлкәһендә үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлашыуҙа ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.
Республиканың көнбайыш ҡалаһында был көндө тағы ла бер объект сафҡа индерелде. Ҡалала Ватанды һаҡлаусылар фондының яңы үҙәге асылды.
Үҙәк ысын мәғәнәһендә күп функциялы майҙансыҡҡа әйләнер тип көтөлә. Бында тейешле ярҙам сараларын рәсмиләштереү генә түгел, психолог менән аралашыу, шулай уҡ ижади оҫтаханаларҙа йәки тренажер залында дәрестәр үткәрергә мөмкин. Шулай уҡ уйын бүлмәләре бар, унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары уйнап тора ала.
Рәмзиә Кәримова