Эш сәфәре менән Радий Хәбиров Туймазы ҡалаһында булды

Төбәк етәксеһе Туймазы дәүләт юридик колледжында булып креатив индустриялар йүнәлешендә уҡытыу шарттары менән танышты. Шулай уҡ республика башлығы бишенсе ҡала мәктәбенә капиталь ремонт үткәреү һөҙөмтәһен баһаланы. Туймазыла белем үрҙәренә ниндәй юлдар илтә, БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡыҙыҡһынды.

Туймазы дәүләт юридик колледжы республикала иң йәш колледждарҙың береһе. Ул 1992 йылда Силәбе юридик техникумы филиалы базаһында асылған. Уҡыу йортонда 1300 студент белем ала. Колледж дәүләт хеҙмәткәрҙәрен, юристарҙы, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен, социаль хеҙмәттәр һәм пенсия фонды белгестәрен, финансистарҙы, шулай уҡ IT-технологиялар өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙе уҡытып сығара.

Колледжда бөтәһе ете заманса оҫтахана бар. Улар 2020 йылда федераль һәм республика конкурсы гранттары иҫәбенә булдырылған.

Радий Хәбиров уҡыу процесы менән танышты, урта махсус уҡыу йортондағы индустриялар мәктәбендә булды.

Колледжда шулай уҡ йәш эшҡыуар мәктәбе булдырылған. Студенттар үҙ һөнәрҙәренән тыш бизнес алып барыу күнекмәләрен ала. Креатив индустриялар майҙансығында яңыраҡ Дизайн йүнәлеше асылған.

Колледжға инеү конкурсы юғары, ғәҙәттә бер урынға һигеҙ абитуриент дәғүә итә. Туймазы ҡалаһының бишенсе мәктәбендә Радий Хәбиров уҡыусыларҙың артабан ҡайҙа уҡырға барасағы менән ҡыҙыҡһынды.

1952 йылда төҙөлгән мәктәп 2024 йылда реконструкциянан һуң асылған. Өс ҡатлы мәктәптә заманса йыһазландырылған спорт залы, ашхана һәм тамаша залы төҙөлгән. Уҡыусыларға уҡыу һәм ижад итеү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар.

Реконструкциянан һуң мәктәп тулыһынса уңайлы мөхит талаптарына яуап бирә. Мәктәптә һигеҙ йөҙҙән ашыу бала белем ала.

Уҡыусылар хеҙмәт дәрестәрендә заманса теген машинкаларында махсус хәрби операция өсөн антидрон юрғандар тегә. Ярты йыл эсендә хәрбиҙәргә илле юрған оҙатылған.

Рәмилә Исмәғилева