Башҡортостан башлығы махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың туғандары менән осрашты

Радий Хәбиров Туймазы районында тыуып үҫкән яугирҙарҙың батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн Генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Төбәк етәксеһе, хәрбиҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына ярҙам күрһәтеләсәк, тип белдерҙе.