Буласаҡ идарасылар өсөн асыҡ ишектәр көнө. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа «Башҡортостан Геройҙары» кадҙар программаһында ҡатнашыусылар өсөн осрашыу үтте.
Махсус хәрби операция ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар программаһы Республика башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла. Ул урындағы үҙидара органдарын Ватанының ысын патриоты булған белгестәр менән тулыландырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
«Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусылар менән осрашыу «Һорау-яуап» форматында үтте. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан һәм киләсәген дәүләт хеҙмәтенә, төбәкте үҫтереүгә арнарға ниәтләгән яугирҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Улар әйтеүенсә, киләсәктә төп маҡсаттарҙың береһе булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың яҡындарын яҡлау, реабилитациялау тора.