Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан булдырылған премияларҙы тапшырыу тантанаһы бөгөн Өфөлә, Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында үтте.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия — ул юғары хөкүмәт наградаһы, журналистың талантын һәм ҡаҙаныштарын таныу. 1989 йылда Журналистар Союзы тарафынан булдырылған дәртләндереү сараһы 1996 йылдан республика статусына эйә. Республика кимәлендәге бүләккә быйыл профессиональ ҡаҙаныштары һәм ҡыйыу гражданлыҡ ҡарашы булған һәләтле журналистар лайыҡ булды. «Илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа улар ҡәләменән сыҡҡан материалдар, тапшырыуҙар йәмғиәтте берләштереү көсөнә эйә».
Тәүгеләрҙән булып награда «Салауат ерендә» гәзите баш мөхәррире урынбаҫары Шамил Әхмәтшинға тапшырылды. Ул матбуғатҡа өс тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт итә. Журналистҡа абруйлы премия Салауат батыр төйәгендә тыуып-үҫкән билдәле шәхестәр хаҡында очерктар һәм мәҡәләләр шәлкемен ижад иткәне өсөн тапшырылды.
«Йәшлек» гәзите баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков «Бельские просторы» журналында баҫылған «Өфө — Донбасс: беҙгә был юлдарҙы оноторға ярамай» юлъяҙмалары өсөн лайыҡ булды. Милли матбуғатта оҙаҡ йылдар эшләүсе автор быйыл премияның журналист һөнәренә мөкиббән булған ысын һөнәр эйәләренә бирелеүенә ҡыуанысын белдерҙе.
Абруйлы премия «Күперҙәр» — «Юлдаш» радиоһының ижтимағи-сәйәси проекты журналистары Гүзәл Ситдикова, Гүзәл Зарипова һәм Илнар Әхмәтгәрәевтарға ла тапшырылды. Улар ысын мәғәнәһендә радиоэфир аша халыҡ менән власты тоташтырыусы ныҡлы күпер һала. Республиканың сәйәси, иҡтисади, ижтимағи, туризм, халыҡ-ара дуҫлыҡ ептәрен барлаусы, махсус хәрби операция, Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығын төп темалар итеп яҡтыртҡан журналистарҙың Башҡортостан Хөкүмәт кимәлендә танылыу яулауы — оло мәртәбә.
Совет яҙыусыһы, драматург һәм журналист Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия менән бүләкләнеүселәр милләт-ара дуҫлыҡ, тыныслыҡ һәм халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләрен асыуҙа алдынғылар. Улар был исемде ғорурлыҡ менән йөрөтәсәк. Абруйлы Хөкүмәт премияһын тапшырыу тантанаһы һуңында ижади танылыу алған журналистар Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалды.
Гүзәл Борханова