70 йыл бергә: Туймазы районында Ғәбдрәхимовтар бәрәкәт туйын билдәләне

70 йыл бергә.Туймазы районы Кәлшәле ауылында йәшәүсе Зөбәржәт менән Мазһар Ғәбдрәхимовтар бәрәкәт туйҙарын билдәләне. Был күркәм датаны уҙған быуат уртаһынан тормош һынауҙарын бергә үткән пар балалары, ейәндәре һәм бүләләре менән бергә ҡаршы алды. Өлгөлө ғаиләнең бәхет серҙәре менән беҙҙең ижади төркөм ҡыҙыҡһынды.

Бергә үҫтергән алма ысынлап та, тәмле! Зөбәржәт менән Мазһар Ғәбдрәхимовтар тормоштоң әсе-сөсөһөн бәләкәйҙән татыған һуғыш осоро балалары. Шуға ла 1955 йылдың яҙында яҙмыштарын бергә бәйләргә ҡара иткән ир менән ҡатын тормоштоң һәр көнөнән йәм табып йәшәргә өйрәнгән. Бәхет серен дә ғаилә башлығы ябай ғына итеп аңлата.

Ғәбдрәхимовтарҙың ғаилә йылъяҙмаһы ла фәҡәт сағыу хәтирәләрҙән генә торған кеүек. Мазһар Әхмәтрәхим улы колхоз ҡырҙарында иген үҫтергән мәлдә Зөбәржәт тә тырышып төрлө эштәрҙә эшләй, өҫтәлдә һәр ваҡыт йылы аш була, донъяһы балҡып тора.

Бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы 4 бала тыуған, әле улар барыһы ла тормошта үҙ урынын һәм үҙ парҙарын табып бәхетле ғүмер кисерә. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән тип тап улар тураһында әйтелгән кеүек.

Балалары үҫкәндә Зөбәржәт менән Мазһар һәр ваҡыт күпләп мал аҫыраған, баҡса үҫтергән һәм умарта тотҡан. Ғаилә башлығы әле лә 100-гә етеп барыуына ҡарамаҫтан, бал ҡорттары үрсетә, махсус хәрби операция яугирҙарына ла бал ебәргән. Зөбәржәт Мозафар ҡыҙы махсус хәрби операция яугирҙарына оҙатҡан ойоҡбаштарҙың иҫәбе-һаны юҡ.

Мазһар менән Зөбәржәттең балалары ата-әсәһенә үҙҙәре кеүек үк һөйөү-наҙ менән ҡарай. Татыу ғаилә бергә йыйылғанда уйын-көлкө, йыр-моңға ла ваҡыт табыла. Иң мөһиме-бәхетле ир менән ҡатын ғаилә тормошоноң 8-се тиҫтәһенә аяҡ баҫҡанда ла саф мөхәббәт хистәрен юғалтмай, балаларына өлгө булып йәшәй.

Гөлдәриә Йосопова