Башҡортостан Республикаһында Һәм Төмән өлкәһендә компания 73 гектар майҙанда 255 мең төп ағас ултыртты.
Төп проект - Асылыкүл ярында 24 мең ағас ултыртыу булды. Был башланғыс һыу ятҡылығының экологик проблемаһын - яр буйы зонаһында һаҙлыҡты ҡоротоуға йүнәлтелгән. Башҡортостан нефтселәре 2023 йылдың көҙөндә үк Асылыкүл тирәһендәге урмандарҙы тергеҙә башланы,күл янында 25 гектарҙан ашыу майҙанда 102 мең төп ҡарағай һәм ҡарағас үҫентеләре ултыртҡан.
Урман тергеҙеү эшендә айырыуса «Башнефть-Добыча»-210 мең төп ағас һәм «Соровскнефть» ойошмаһы - 16 мең төп ағас ултыртып, әүҙемлек күрһәткән. 2020 йылдан алып «Башнефть» көсө менән 1,6 мең гектарҙа 5,5 миллион төп ағас ултыртылған. Киләсәк быуын өсөн тирә- яҡ мөхитте һаҡлау - «Роснефть» билдәләгән корпоратив мәҙәниәттең айырылғыһыҙ өлөшө.